Башҡортостанда туризм үҫешенә 300 миллион һум бүленә

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был аҡсаның ҙур өлөшө республика ҡаҙнаһынан йүнәлтелә. Аҡса "Мәктәп туризмы", "Оҙон ғүмерлелек", социаль туризм программарын ғәмәлгә ашырыуға, туристар өсөн навигация системаһын яңыртыуға тотонола. Проектты премьер-министр Андрей Назаров хупланы.