Бөгөнгә республикала һыу баҫыу осраҡтары Баймаҡ, Бишбүләк, Иглин һәм Миәкә райондары, Сибай һәм Өфө ҡалаларында теркәлгән. Был биләмәләрҙә юл участкалары, ике күпер һәм бер гидротехник ҡоролма һыу эсендә ҡала. Ташҡынға бәйле хәл Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм дәүләт комитеты ҡарамағында ҡала. Барлыҡ биләмәләргә лә үтеү мөмкинлеге булдырылған, тейешле аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар запасы булдырылған. Белгестәр әйтеүенсә, эвакуация талап ителмәй. Тәүлек эсендә һыу баҫыуға бәйле яңы осраҡтар теркәлмәгән.
Ташҡынға бәйле хәл тураһында оператив мәғлүмәтте беҙҙең телеканалда махсус ойошторолған брифингтарҙан белергә мөмкин. Программа йомаға тиклем көн һайын иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.