Өфөлә «Әсә һәм бала сәләмәтлеге» медицина форум-күргәҙмәһе бара

Сарала илдең төрлө төбәктәренән билдәле табиптар ҡатнаша. Бөгөн форумдың рәсми өлөшөн һөнәри байрамын билдәләгән неонатологтар көнөнә арнала.

Сабыйҙарҙың үлем осраҡтарын кәметеү медициналағы өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Башҡортостанда был өлкәгә ныҡлы иғтибар бирелә. Күп ҡырлы эшмәкәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирә. 2022 йылда республикала кескәйҙәрҙең 153 үлем осрағы теркәлгән. Был алдағы йыл менән сағыштырғанда, 67 тапҡырға аҙыраҡ.

Форумда билдәләнеүенсә, әсә һәм бала һаулығы менән бәйле һорауҙар күп. Сәләмәт сабый - ул сәләмәт киләсәк. Әммә был йүнәлеш оҙайлы йылдар дауамындағы күп ҡырлы эшмәкәрлекте үҙ эсенә ала. Бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы әсә булырға әҙерләүҙән, һаулығын нығытыуҙан алып, кескәй пациенттарҙың һаулығы һағында тороуға тиклем. Белгестәр эш барышында медицина форумдарының да әһәмиәтен билдәләй. Сөнки тап ошондай сараларҙа яңы дауалау алымдары, заманса технологиялар менән танышырға мөмкин.

Сабыйҙарҙың үлем осраҡтары кәмеүе тотош медицина системаһының берлектәге эш һөҙөмтәһе. Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел. Ваҡытынан алда донъяға килгәндәр, әсә ҡарныныда уҡ ҡатмарлы диагноздар ҡуйылғандар бар. Тимәк, буласаҡ әсәләр менән эште тағы ла яҡшыртыу, диагностика системаһын камиллаштырыу талап ителә. Ыңғай үҙгәрештәр бар тип туҡталып ҡалырға ярамай.

Екатерина Бокерия, медицина фәндәре докторы, Мәскәү