Башҡортостанда абитуриенттар менән профориентация эше дауам итә

Был юлы Иглин районы сығарылыш класс уҡыусылары менән Өфө фән һәм технологиялар университеты белгестәре осрашты. Район үҙәге мәҙәниәт йортонда үткән сараға 15 мәктәптән 245 уҡыусы, шулай уҡ ата-әсәләр һәм педагогтар килгәйне.

Осрашыуҙа үҫмерҙәргә юғары уҡыу йортондағы йүнәлештәр һәм ҡабул итеү кампанияһы тураһында һөйләнеләр. Әйтәйек, вузда эшләгән хәрби кафедраға урта махсус белемле студенттар Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырмай уҡырға инә ала.

Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә абитуриенттар өсөн квест әҙерләнгәйне. Уйында юғары һөҙөмтә күрһәткән үҫмерҙәргә бүләктәр - фирмалы толстовка, футболка, уҡыу йорто музейҙарына сертификаттар бүләк ителде. Өфө фән һәм технологиялар универитетының киләһе асыҡ ишектәр көнө 22 апрель онлайн-форматта үтә.