“Авиа урманды һаҡлау” федераль ойошмаһынан белдереүҙәренсә, республикала апрель һәм майҙа янғындар хәүефе арта. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Йыл башынан республикала ҡоро үлән яныуға бәйле 66 янғын булды. Бер тәүлек эсендә 14 гектарҙан ашыу майҙанда 23 янғын осрағы теркәлде. Сүп-сар яныуҙың 23 осрағы иҫәпкә алынды. Йыһан мониторингы ярҙамында 11 термик нөктә раҫланды. Башҡортостанда көндәр йылы һәм аяҙ тора. Кешеләр йорт алды биләмәләрен, баҡсаларҙы сүптән таҙарта. Әммә был эштәрҙе башҡарғанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәү мөһим. Шәхси ер участкаларында, ҡаралтыларҙан 15 метр алыҫлыҡта ҡоро үлән яндырыу рөхсәт ителә. Тимер һауыттар ҡулланғанда был араны ике тапҡыр ҡыҫҡартыу рөхсәт ителә. Металл мискәләр ҡапҡаслы булырға тейеш. Һәр осраҡта ут һүндереү сараларын әҙерләп ҡуйығыҙ. Утты даими күҙәтеп торорға кәрәк. Сүп-сарҙы әҙ-әҙләп яндырырға һәм быны елһеҙ көндө эшләргә кәрәк. Бәләкәй генә осҡондан ялҡын тоҡана. Үтә иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ! Балаларға шырпы бирмәгеҙ. Бөтәҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, янғындарҙы иҫкәртә алырбыҙ”.
Урман янғыны сыҡҡан осраҡта 8-347-218-14-14 йәки 8-800-100-94-00 телефондарына шылтыратып хәбәр итергә мөкин.