Өфө дәүләт нефть техник университетында 3Д принтер операторы һөнәрен үҙләштерергә мөмкин

144 сәғәткә тәғәйенләнгән уҡыу курсында вуз студенттары, теләгән һәр кем кәрәкле оҫталыҡ туплай аласаҡ. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

3Д принтер өсөн ҡатнашма әҙерләү - мөһим этаптарҙың береһе. Уның составы дөрөҫ булған осраҡта ғына изделие ныҡ һәм сифатлы килеп сыға. Өфө дәүләт нефть техник университетында киләсәк һөнәре - 3Д принтер операторын әҙерләү буйынса курстар асылды. Әле унда студенттар йыйыу буйынса асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла.

Студенттар ҙа эшләп ҡарай, килеп сыға һәм ҡыҙыҡһыныуҙары тағы ла арта. Был иннавацион йүнәлеш, шуға күрә асыҡлайһы мәсьәләләр күп әле. Республикала 3Д баҫма йүнәлешен беренселәрҙән булып беҙ үҫтерә башланыҡ.

Рөстәм Хөсәйенов, «ӨДНТУ – BARKRAFT» уҡытыу үҙәге етәксеһе

Сит илдәрҙә күптән 3Д принтерҙар ярҙамында йорттар, тотош ауылдар төҙөлә. Рәсәй ҙә иһә был тәжрибә яңыраҡ үҙләштерелә башланған. Белгестәр әйтеүенсә, ике ҡатлы йортто баҫтырып сығарыу өсөн яҡынса өс тәүлек талап ителә. Һөнәр менән яҡындан танышыу дәрестәрендә студенттар бәләкәй архитектура формалары, стена өлөштәрен, эскәмйә, сәскә түтәлдәре эшләп ҡараған.

Өфө дәүләт нефть техник университетында «Төҙөлөштә аддитив технологиялар» тип аталған ғилми-тикшеренеү лабораторияһы былтыр эшләй башлаған. Ошо ваҡыт эсендә төҙөлөштә ҡуланыла торған 3Д принтер һатып алынған, төрлө ҡатнашмалар составы һынаү үткән. Әйткәндәй, тәүге тапҡыр ҡарауылсы будкаһы эшләнә. Ул Өфө компанияларының береһендә урынлашҡан.

3Д принтерҙа эшләү серҙәре менән танышҡан студенттар киләсәк профессияһын үҙләштерергә теләк белдерҙе.

Был йүнәлеш менән электән ҡыҙыҡһынам. Әле беҙҙең илдә 3Д принтер ярҙамында шәхси йорттарҙы төҙөү тәжрибәһе бар икәнлеген дә беләм. Һис шикһеҙ, курстарға яҙылам, дуҫтарымды ла алып киләм.

Илья Иванов, Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура-төҙөлөш институты студенты

3Д принтер операторы һөнәрен үҙләштергә теләүселәр Өфө дәүләт нефть техник университетына мөрәжәғә итә ала. 144 сәғәткә иҫәпләнгән уҡыуҙар тамамланғандан һуң, танытма тапшырыласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова