Янғын һүндереүсе булып эшләгән замандашыбыҙ ҡәләм ярҙамында портрет төшөрөү менән мауыға. Башлыса ябай кешеләр сағылыш тапҡан яҙмаларҙы Илсур эш араһында төшөрә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Тәү ҡарашҡа был һүрәт түгел, фото төҫлө тойола. Бындай портреттар, ғөмүмән, Илсур Ғатауллиндың ижади коллекцияһында. Һынлы сәнғәткә ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан килә. Бәләкәй саҡта йорт диуарҙарын һүрәт менән тултырған Илсурҙы ата-әсәһе художество түңәрәгенә яҙҙыра. Шул ваҡыттан альбом-ҡәләмдәр уның төп ҡоралына әйләнә.
Бөгөн Илсур ҡотҡарыу хеҙмәтендә диспетчер булып эшләй. Үҙәккә тәүлек әйләнәһенә килгән шылтыратыуҙарҙы тиерлек ҡабул итә. Етдилек һәм ныҡлы иғтибар талап иткән эш араһында ижадҡа ла ваҡыт табырға тырыша
Илсур Ғатауллинға илһам көтөлмәгәндә килә. Йә йыр-моң тыңлаған арала, йә кем менәндер һөйләшкән ваҡытта... Илсурҙың күңеле һәр саҡ эҙләнеүҙәр өҫтөндә.
Хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Илсур киләсәктә махсус график планшетын алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Ә әлегә эштәрендә ул янғын һүндереүселәр, уларҙың тырышлығын ҡәләм аша еткереүҙе үҙ бурысы итеп күрә.
Азат Ғәлиуллин