Уның сиктәрендә инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр социаль хеҙмәткәр, логопед һәм дауалау физкультураһы белгесе ярҙамында бушлай тәьмин ителә. «Балалар - беҙҙең бәхет» мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре төбәк йәмәғәт ойошмаһының башланғысы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Ҡом терапияһы күнекмәләре аша бала ҡулдарының бәләкәй моторикаһын, ижади фекерләүен үҫтерергә, иғтибарын, дисциплинаһын арттырырға мөмкин. Александра реабилитация үҙәгенә улын һәм ҡыҙын йөрөтә, икеһе лә тиктормаҫ, етеҙҙәр. Шуға әсә «Супер бала ҡараусы» проектына мөрәжәғәт итеп, үҙенә ярҙамсы таба. Лилиә Ҡорбанғәлиеваның эш графигы тығыҙ. Бер ғаиләгә ул аҙнаһына ике тапҡыр өсәр сәғәт йөрөй.
Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға иғтибар күберәк талап ителә. Шуға күрә бала ҡараусылар махсус уҡыу үткән. Педагог булараҡ коррекция эшен яҡшы беләләр.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1 мартта старт алған проект Президент гранттары Фондына тормошҡа ашырыла. 18 ғаиләгә бала ҡарауҙа ярҙам күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта аҙнаһына бер тапҡыр реабилитация үҙәгендә логопед балаларға бушлай консультация үткәрә.
«Балалар - беҙҙең бәхет» мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре төбәк йәмәғәт ойошмаһының башланғысы федераль кимәлдә уңышлы тип танылған, барлығы ике миллион һумлыҡ ярҙам алынған. Был аҡсаға юғары квалификациялы белгестәрҙән берҙәм команда тупланған, ғинуарға тиклем улар ауыр хәлдәге ғаиләләрҙе оҙатып барасаҡ.
Проект сиктәрендә башлыса церебраль фалиждан яфаланған балалар менән эш алып барыла. Уларға өй шарттарында ярҙам күрһәтелә. Логопед телмәр үҫтереү, һөйләм төҙөү буйынса дәрестәр уҙғара. Бер ай эсендә ярайһы уҡ уңыштар ҙа бар.
Дауалау физкультураһынан һуң да малайҙың сәләмәтлегендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә башлаған. Үҙаллы хәрәкәт итергә теләге артҡан. «Супер бала ҡараусы»ларҙың теләге лә изге бит - мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың психик, физик үҫешен тәьмин итеү.
Гөлназ Хәйбуллина,