Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Силсәүит, Алдар һәм Адвокат» спектакленең премьераһын тәҡдим итә. Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса сәхнәләштерелгән тамаша эскерһеҙ, ярҙамсыл һәм игелекле өс дуҫтың яҙмышы, йылдар аша һыналған дуҫлыҡ хаҡында. Был ваҡиғаларға бик күп йылдар үтһә лә, әҫәр көнүҙәклеген юғалтмай. Сәхнә әҫәрендә тамашасылар актерҙар менән бергә дуҫлыҡтың һәм ғәҙеллектең әһәмиәтен баһалай.