Өфөлә «Ҡанатлан!» мәғариф форумы башланды

Сара тармаҡтың 700-ләгән хеҙмәткәре һәм белгестәрен бер майҙанға йыйҙы. Форумдың эшлекле ултырыштарында хәҙерге заман шарттарында төрлө йәштәге балаларҙа рухи-әхләҡи ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алышына. Республиканың мәғариф тармағында иң һөҙөмтәле сараһы тураһында хәбәрсебеҙ Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Республикалала педагогик кадрҙар проблемаһы көнүҙәк булып ҡала. Мәсьәләне хәл итеү өсөн йыл һайын төрлө ярҙам саралары күрелеп тора. Төбәктә «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла, йәш белгестәргә республика башлығы гранттары тапшырыла, премиялар булдырыла. Форум сиктәрендә «Педагогик кластар» проекты мөмкинлектәре майҙансыҡтарҙың береһендә фекер алышыуға сығарылды. Башланғыс Өфө, Белорет, Күмертау ҡалаларында һөҙөмтәле эшләп килә.

Республика мәктәптәрендә патриотик тәрбиәгә иғтибар ҙур. Был йәһәттән Шайморатов кластары, «Рәсәй бөркөттәре» һәм башҡа мәғариф проекттары уңышлы эшләп килә. Былтыр шулай уҡ төбәк белем биреү усаҡтарында кәңәшсе вазифаһы булдырылды. Бөгөн улар меңдән ашыу. Кәңәшсенең төп бурысы - ата-әсәләр һәм уҡытыусылар араһында бәйләнеште нығытыу, балалар өсөн программаларҙы камиллаштырыу.

Балаларҙа традицион ғаилә ҡиммәттәре, илһөйәрлекте кесе йәштән тәрбиәләү мөһим. Форумда мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн яңы программа мөмкинлектәре лә өйрәнелде.

Дәүләт имтихандарын тапшырыу шарттарын камиллаштырыу, уҡытыусыларҙың оҫталығын арттырыу, заманса шарттарҙа төрлө йәштәге балаларҙы тәрбиәләү, һәләтле балаларҙы үҫтереү. Форумдың көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр исемлеге киң булды.

Форум иртәгә лә дауам итә. Бөгөнгө майҙансыҡтар теоретик белемгә йүнәлтелһә, иртәгә ҡатнашыусыларҙы практик күнекмәләр көтә.

Рәзилә Ғиниәтуллина