Ул бөгөн Өфөлә 2023-2024 йылдарҙағы һайлауҙарҙың үҙенсәлектәре һәм сәйәси кампанияның хоҡуҡи нигеҙҙәрен тәьмин итеү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Сараға төбәк һайлау комиссиялары вәкилдәре саҡырылған.
Башҡортостан әүҙем һайлауҙар циклына аяҡ баҫа. Республика халҡын быйыл Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, 2024 йылдың мартында Рәсәй Президенты һәм сентябрҙә төбәк һашлығы һайлауҙары көтә. Кәңәшмәлә тәү сиратта ошо һайлауҙарҙағы яңылыҡтар тураһында һүҙ барҙы, бында күп көнлөк тауыш биреү ҙә, заман технологияларын ҡулланыу ҙа күҙ уңында тотола.