Башҡортостанда Бөтә Рәсәй вакансиялар йәрминкәһенең төбәк этабы ойоштороласаҡ

Был турала «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. Сара Өфөнән тыш республиканың 13 ҡалаһында үтәсәк.

Вакансиялар йәрминкәһендә 260 предприятие төрлө йәштәге граждандарға эш урыны тәҡдим итәсәк. Сәнәғәт предприятиелары, банктар, транспорт, мәғариф, торлаҡ -коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге учреждениелар барлығы 5700 вакансия буйынса эш тәҡдим итергә әҙерләнә. Өфөлә вакансиялар йәрминкәһе 14 апрелдә «Торатау» конгресс -холы майҙансығында үтә.

Вакансиялар йәрминкәһе граждандарҙы эш менән тәьмин итеү өсөн генә ойошторолмай. Был сараға мәктәп уҡыусылары, студенттар ҙа йәлеп ителә. Уларға һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү өсөн лекция, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Ҡыҫҡаһы, вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнашыу өсөн шәхестең йәше буйынса сикләүҙәр ҡаралмаған.

Ленара Иванова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры