Үҙ эшен асырға, бизнесын камиллаштырырға теләүсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн « Бизнес акселератор ЛЕДИ 007» тип исемләнгән курстар эшләй башланы.
«Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары» ассоциацияһы ойошторған сара Өфөлә тәүге тапҡыр уҙғарыла. Уның маҡсаты - йүнселдәрҙең бизнесын яңы финанс кимәленә сығарыу. Унда эшҡыуарҙар ҙа, ҙур компаниялар менән идара иткән гүзәл заттар ҙа ҡатнаша. Быйыл 400-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ курстарҙа ҡатнашырға теләк белдергән.
Курстар ай ярым дауамында онлайн режимда барасаҡ. Ошо ваҡыт арауығында ҡатын-ҡыҙҙарҙы һөҙөмтәле бизнес- модель һәм маркетинг өлгөләре, кеше менән мөғәләмә итеү сәнғәтенә өйрәтәсәктәр. Ҡатын-ҡыҙ аудиторияһы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ҡоролған уҡыуҙар нескә заттарҙың бар потенциалын асырға ярҙам итәсәк, ти белгестәр. Курс аҙағында ҡатнашыусылар араһынан улар тәҡдим иткән иң яҡшы 30 проект һайлап алынасаҡ.