15 апрелгә тиклем Башҡортостанда 18 асфальт заводы эшләй башлай

Республика менән идара итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, соҡорҙарҙы тигеҙләүгә ҙур иғтибар була. Бөгөн 14 заводта асфальт сығарыла. Был 15 меңдән ашыу юл соҡоро теркәлгән, уларҙың яртыһынан күбеһен ямалған. Республиканың төп трассаларында бындай ремонтты ай аҙағына тиклем тамамлау бурысы ҡуйылған. Ауыл юлдарында эш июнь уртаһына теүәлләнергә тейеш.