«Ярһып килгән яҙым!»Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала йырҙар авторы, шағир Мирсәйет Ҡылысовтың ошондай атама аҫтында 60 йәшлек юбилейына арналған әҙәби-музыкаль кисәһе уҙҙы. Йылы аралашыу, йырҙар менән үрелеп барған матур сарала БЮТ ижади төркөмө лә булды.
«Хушығыҙ хыялдарым» спектакленең «Һин минең киләсәгем йыры» күптәрҙең күңелендәге хистәргә ауаздаш.. Мирсәйет Ҡылысов уның һүҙҙәрен ҡатыны Фәнүзә Баһауетдинова менән тәүге ҡыҙҙары тыуғас ижад иткән. Мөхәбәт емештәре -ҡыҙҙары Гөлйемеш хәҙер буй еткән.
«Ярһып килгән яҙым!» тип атлған кисәлә шәхестең ғаиләһе, яҡындары, яҙыусылар, әҙәбиәт әһелдәре һәм йырсылар ҡатнашты.
Мирсәйет Ҡылысов тәүге шиғырҙарын Башҡортостан радиоһында эшләгәндә ижад итә башлай. «Гармунлы йәшлек» йәки «Фәрит ағай, давай, давай!», « Йәшермә яратсы әле» һәм башҡа йырҙар уның һүҙҙәренә яҙылған.
Шиғырҙары күп булһа ла, ижадсының әле китабы сыҡмаған. Йәнле аралашыуҙа был мәсьәлә лә күтәрелде, тимәк, киләсәктә башлыса йыр һүҙҙәренән торған йыйынтыҡ донъя күрәсәк. Ижадсыны уның һүҙҙәрен көй менән күп йылдар сәхнәнән яңғыратҡан билдәле йырсылар ҙа килде.
Тормош иптәше Фәнүзә Баһауетдинованы күптәр радио тулҡындары аша тәрән йөкмәткеле тапшырыуҙары аша белһә, талантлы ғаиләлә үҫкән тағы бер ҡыҙҙары Гөлгөнәне «Тамыр» телеканалы проекттарынан күреп таный. Моң менән сорналған ғүмерҙәрендә тағы ла күңелдәрҙе арбар йырҙар тыуыр әле.
Рәмилә Исмәғилева