Баймаҡ районында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек буйынса ауыл хужалығының төбәк конференцияһы үтте

Унда Башҡортостан тармаҡ министрлығы етәкселәре,ғалимдар, көньяҡ-көнсығыш райондарының хакимиәт башлыҡтары,ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙар ҡатнашты.

Беҙҙең төбәктә ниндәй ауыл хужалығы культураһын үҫтереү отошло. Махсус техника һатып алғанда дәүләт ниндәй ярҙам күрһәтә.

Был һорауҙарға яуапты республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр ойошторған күргәҙмәлә табырға мөмкин булды. Сарала шулай уҡ урындағы кооперативтар үҙ тауарҙарын тәҡдим итте.

Конференцияның төп өлөшөндә Яңы миҙгелгә аграрийҙарҙың әҙерлеге, орлоҡ материалдары сифаты, дәүләт ярҙамы, ауыл хужалығы ерҙәрен файҙаланыу, сеймал һатып алыу шарттары тураһында мәсьәләләр ҡаралды. Һәр һорау буйынса ентекле сығыштар яһалды.

Районда ауыл хужалығы тармағы мөһим роль уйнай. Ошоно күҙ уңында тотоп яңы эш башлаусы фермерҙарға төрлө йүнәлештәр буйынса программалар булдырылған. Быйылғы сәсеү кампанияһына ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре ҙур өмөттәр бағалай. Яҙҙың бер көнө‐йылды туйҙыра тигәндәй сәсеүгә әҙерлек башланған да инде.