Ишембай районының Һайран ауылында янғын һүндереүселәр депоһы төҙөләсәк

Буласаҡ объекттың проект хөкүмәт ултырышында өйрәнелде. Әле ҡотҡарыусылар ваҡытлыса бүленгән бинала дежур алып бара. 2020 йылда төҙөлгән подразделениеға ике автоцистерна тапшырылды. Янғын һүндереүселәр 5 мең кеше йәшәгән 12 ауылды хеҙмәтләндерә. Был биләмәлә 37 социаль әһәмиәтле объект та бар.