Башҡортостанда сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм туризм өлкәһендә яңы проекттар тормошҡа ашырыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” ултырышын үткәрҙе. Асҡын районында рапс һәм игенде эшкәртеү комплексы янында элеватор төҙөү ҡарала. Ул ауыл хужалығы культураларын тәрәнерәк эшкәртергә мөмкинлек бирә. Әбйәлилдә федераль кимәлдәге туристик курорт барлыҡҡа килә. Бының өсөн 5,6 миллиард һум йәлеп ителә. Курортта аквапарк, SPA-комплекс, тау саңғыһы үҙәге, ҡунаҡхана, спорт һәм күңел асыу майҙансыҡтары төҙөлә. Белоретта металл әйберҙәр етештереү ҡарала. Проект 150 миллион һумға баһалана. Заводта нефть тармағы өсөн дә әйберҙәр сығарыласаҡ. Бынан тыш, ултырышта Мәләүез ҡалаһы, Ҡырмыҫҡалы һәм Кушнаренко райондарында юл яны сервисы комплекстарын төҙөү проекттары тәҡдим ителде. Бының өсөн 174 миллион һум йәлеп ителә. Радий Хәбиров инвесторҙарға ярҙам итергә һәм ҡайһы бер проекттарҙы өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә ҡушты.