Өфөлә Еңеү көнөнә арналған парад репетицияһы уҙҙы

Башҡортостан баш ҡалаһында 9 майға әҙерлек башланды. “Өфө-Арена” спорт комплексы алдындағы майҙанда Еңеү парадының беренсе репетицияһы ойошторолдо. Унда 1,5 мең кеше йәлеп ителде. Сарала Республика Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов ҡатнашты. “Өфө-Арена” янында тантаналы йөрөш байрамға тиклем һәр кесаҙна ҡабатлана. 4 һәм 6 майҙа Октябрь проспектында Еңеү парадының генераль репетицияһы ойошторола.