Башҡортостанда дрондар осороу рөхсәт ителде

Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, беҙҙең республикала һанлы инновациялар һәм пилотһыҙ авиация системаларын ҡулланыу өлкәһендә тәртип урынлашырыла. Ул өс йылға иҫәпләнгән. Пилотһыҙ осҡостарҙы йөк ташыу, аэрофото төшөрөү, авиахимия һәм урманды күҙәтеүҙә файҙаланырға рөхсәт ителә. Әле идара итеү системаһы ойошторола. Тиҙҙән һынау осоштары башлана. Башҡортостан ауыр агродрондарҙы ҡулланырға рөхсәт ителгән берҙән-бер төбәк.