Дияна Ишниязова Бөтә Рәсәй йыр конкурсында ҡатнаша

Бөгөн “Звезда” телерадиокомпанияһы Бөтә Рәсәй йыр конкурсын башлай.  Унда илдең 89 төбәгенән йырсылар ҡатнаша. Башҡарыусыларҙы тамашасылар һәм эксперттар баһалай. Ижади ярышта Башҡортостан исеменән йырсы Дияна Ишниязова сығыш яһай. Телевизор ҡараусылар яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирә ала. Проект көн һайын эфирға сыға. Тулыраҡ мәғлүмәт менән зазвезду.рф сайтында танышырға мөмкин.