Башҡортостанға "Мостай Кәрим" килә

Халыҡ шағиры исеме менән аталған 4 палубалы теплоход тәүге тапҡыр Башҡортостан баш ҡалаһында туҡтала. Ул 28 апрелдә сәфәргә сыға. 2 һәм 3 майҙа Өфөлә була. Туристар Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте менән таныша. "Мостай Кәрим" теплоходы 2019 йылда һыуға төшөрөлдө. Ул һуңғы 60 йыл эсендә  Рәсәй  верфендә  төҙөлгән тәүге  пассажир теплоходы  булып тора.