Эҫе көндәрҙә ауыр йөк машиналары Өфөгә инә алмаясаҡ

Мэрия ошондай сикләү индерҙе. Ул 20 майҙан 31 авгусҡа тиклем ғәмәлдә була. Сикләү һауа температураһы 32 градустан юғары  күтәрелгән ваҡыттарҙа ҡулланыла. Эҫе көндәрҙә  ауыр транспорт төндәрен һәм иртән генә йөрөй аласаҡ. Өфөлә шулай уҡ апрель айында ауыр машиналар йөрөшө сикләнде.