Өфөгә Мәскәүҙән трамвайҙар килтерелә башланы

Ике ҡала араһындағы килешеүгә ярашлы электр транспорты бушлай бирелә. Ошо көндәрҙә Татра моделендәге беренсе трамвай ҡайтарылды. Ҡалған 6 вагон май аҙағына тиклем тапшырылып бөтә. Мәскәү трамвайҙары яңы булмаһа ла Өфөләге электр транспортына ҡарағанда яҡшыраҡ һәм сифатлыраҡ, тип белдерәләр баш ҡала мэрияһынан.