Ойоштороу комитеты ултырышында хәрәкәтте Октябрь проспектында Һалле ҡалаһы исемендәге урам туҡталышынан башларға ҡарар ителгән. Патриотик акцияла Өфөлә быйыл 170 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы күҙаллана. Башҡортостанда “Үлемһеҙ полк”ка 480 мең кешенең йәлеп ителеүе көтөлә. Акция республикала бер үк ваҡытта башлана. Хәрәкәт барышында күмәкләп “Катюша” йыры башҡарыла.