Башҡортостандың ҡайһы бер райондарына ҡыш ҡайтты

Әбйәлил, Белорет, Йылайыр, Хәйбулла райондары, Учалы һәм Сибайға ҡыш ҡайтты. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы был биләмәләрҙә боҙлауыҡ булыуын иҫкәртә. Тиҙлек режимын, транспорт саралары араһындағы интервалды теүәл үтәргә кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта синоптиктар Башҡортостанда ямғыр булыуын фаразлай. Белгестәр билдәләүенсә, яуым-төшөм ташҡын хәленә тәьҫир итмәйәсәк. Әлегә алты муниципалитетта - Баймаҡ, Бишбүләк, Иглин һәм Миәкә райондары, Өфө һәм Сибай ҡалаларында юлдарҙың айырым өлөшөн һәм күперҙәрҙе һыу баҫыу осраҡтары теркәлгән, улар етди күҙәтеү аҫтында. Төбәктә йылға-күлдәрҙең кимәле 54 гидропост аша күҙәтелә, шулай уҡ быйыл һыуһаҡлағыстарҙа ла автоматик рәүештә контроль алып барыла.

Бер тәүлек эсендә Бөрйән районы Собханғол ауылы эргәһендә Ағиҙел йылғаһының һыу кимәле 20 сантиметрға күтәрелһә, Иглин районында Эҫем йылғаһы - 16, Өфө ҡалаһы биләмәһендә Ағиҙел 6 cантиметрға артты. Был хәүеф тыуҙырмай, сөнки һыу ярҙан сыҡманы.

Кирилл Первов, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары