Рәсәй хәрби комиссариаттары ойошторолоуға 105 йыл

Ошо уңайҙан Республика башлығы Радий Хәбиров хәрби идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарын һөнәри байрам менән ҡотланы. Был көн хәрбиҙәргә генә түгел, һәр кем өсөн дә мөһим. Сөнки һәр ғаиләлә Ватанға хеҙмәт итеү тарихы һаҡлана, тине Радий Хәбиров.

Тантаналы ултырышты уҙғарыу урыны тип элекке Өфө дәүләт авиация техник университетының бинаһын һайлауҙары осраҡлы түгел. Ул хәрби кафедра һаҡланған берҙән- бер уҡыу йорто. Ике ВУЗ бергә ҡушылып Өфө фән һәм технологиялар университеты барлыҡҡа килеү менән үҙенең хәрби уҡытыу үҙәге лә барлыҡҡа килде. Әле бында меңдән ашыу курсант белем ала. Уҡытыусылар ҙа башлыса ғәмәлдәге офицерҙар. Радий Хәбиров уҡыу бүлмәләре, аваиация ҡоралдары һәм вертолет ҡоролошо кластарын ҡараны. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап хәрби операцияла һәләк булған Артур Саяповтың мемориаль таҡтаһына сәскә һалды.

Тәүге әҙерлек үтеү учреждениелары хәрби комиссариаттар эшендә ҙур ярҙам. Тап улар ил һағына баҫырға юғары квалификациялы белгестәр үҫтерә. Был йәһәттән Башҡортостандың хәрби комиссариаты лайыҡлы ғорурлана ала. Республика йыл да армия сафын тулыландырыу буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.