Баш ҡалала «Ҡанатлан» V мәғариф форумының икенсе көнө үтте

Мәктәп белем биреү системаһын модернизациялау буйынса Башҡортостан илдә беренсе урында килә. Йыл аҙағына тиклем теш табибы кабинеттары тағы ла 244-кә тиклем артыуы көтөлә. Яҡын киләсәктә шулай уҡ уҡ балаларҙың күҙен тикшереү буйынса эш тә яйға һалынасаҡ. Ошо һәм башҡа һорауҙар бөгөн «Ҡанатлан» V мәғариф форумында күтәрелде. Ике көн дауамында йөҙҙәрсә педагог өс тиҫтәнән ашыу майҙансыҡта фекер алышты. Форум бүләкләү тантанаһы һәм мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырыу менән тамамланды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Мәктәп автобусының уңайлылығын Йәҙит Мөфтәхетдинов шунда уҡ ҡарап та сыҡты. Тиҫтә йылдан ашыу мәғариф учреждениеһында водитель булып эшләгән замандашыбыҙға быға тиклем иҫке транспортта йөрөргә тура килгән. Салонда урындар аҙ булғанға күрә, икешәр рейс яһаған.

«Ҡанатлан» мәғариф форумы сиктәрендә республиканың 31 муниципалитетының 44 мәктәбе автобуслы булды. Ғафури, Дүртөйлө һәм Нуриман райондарының бер юлы өс мәғариф учреждениеһына тапшырылды.

Шуға ла автобустарҙа мәктәп костюмдарын да уҡ ултырып йөрөргә мөмкин. Форум сиктәрендә республика предприятиелары мәктәп формалары ла тәҡдим итте. Өфө фабрикаһында мәҫәлән, берҙәм мәктәп формаһын йөрөтөү пилот проекты булараҡ тормошҡа ашырылыуына ҡарамаҫтан, бөгөн Башҡортостандың ике тиҫтәләп районының 317 мәктәбе йәшел сатрашлы кастюм һайлаған.

Уҡыу-уҡытыу программаһынан тыш, мәғариф учреждениеларында файҙаланырлыҡ тәҡдимдәр ҙә тикшереүгә сығарылды. Мәктәп йылдарындағы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика юғары уҡыу йорттары ла үҙ мөмкинлектәрен индерҙе. Филология белгестәре өсөн мәҫәлән, һирәк осраған ҡулъяҙмалар фондында әле өйрәнелмәгән эштәр етерлек.

Ике көн дауамында барған форум ике тиҫтәләп майҙансыҡта эшләне. Уларҙа республика мәғариф системаһындағы мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды. Республика педагогтары менән бергә, илдең тәжрибәле спикерҙары ла сығыш яһаны. Йәш кадрҙарға ҡытлыҡ һорауын муниципалитет кимәлдә хәл итеү, мәктәптәргә эшкә төшкән йәш белгестәргә аҡсалата ярҙам итеү, уҡытыусы абруйын күтәреү кеүек мәсьәләләргә айырым туҡтатылып үтелде. Шулай уҡ мәктәпте тамамлаған уҡыусылар һөнәр алыу мөмкинлеге лә ситтә ҡалманы.

5-се мәғариф форумдың быйылғы үҙенсәлеге итеп мәктәптәрҙә илһөйәрлек темаларына арналған сараларҙы йәнләндереү һорауы күтәрелде. Радий Хәбиров сығышында Шишмә районындағы «Патриот» паркының төбәк селтәрен булдырыу идеяһын тәҡдим итте.

Форум сиктәрендә республиканың бер төркөм мәғариф алдынғылары Башҡортостандың юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде.

Азат Ғәлиуллин