Радий Хәбиров «Яңы кешеләр» фирҡәһе рәйесе Алексей Нечаев менән осрашты

Эшлекле һөйләшеүҙә партияның Дәүләт Думаһындағы фракция етәксеһе урынбаҫары Сардана Авксентьева ла ҡатнашты.

Осрашыуҙа һайлау кампанияһына әҙерлек, республика менән хеҙмәттәшлек ептәрен нығытыу тураһында һүҙ барҙы. Алексей Нечаев партия составында Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеү кимәлен юғары баһалаған эшҡыуарҙар күп, тип билдәләне.

«Яңы кешеләр» фирҡәһе рәйесе Алексей Нечаев шулай уҡ төбәк эшҡыуарҙары менән осрашты. Һөйләшеүҙә йүнселдәргә дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында һүҙ барҙы. Һалым сәйәсәтен либералләштереү, һанлы валюта, киберхәүефһеҙлек һәм башҡа мәсьәләләр - эшҡыуарҙар үҙҙәрен борсоған һорауҙар һәм эшлекле тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.

Ысын патриот тыуған илен һүҙ менән генә яратырға тейеш түгел, уның реаль эштәре булырға тейеш. Эш урындары булдырыу, тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеү һәм башҡалар. Беҙ барыбыҙа ҙа башҡорт балы тигән брендты беләбеҙ, һәм алдыбыҙға республиканан сифатлы тауарҙар Рәсәйгә һәм әлбиттә, экспортҡа ла сығарылырға тейеш тигән бурыс ҡуябыҙ

Алексей Нечаев, «Яңы кешеләр» Рәсәй сәйәси партияһы рәйесе