Урындағы Мәҙәниәт һарайында ойошторолған сара 700-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙҙы йыйҙы. Улар өсөн төрлө өлкә белгестәре бушлай консультация үткәрҙе. Осрашыуҙа гардеробты яңыртыу буйынса стилист кәңәштәре, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. Асыҡ академияла биҙәнеү, ҡул эштәре, аш-һыу әҙерләү кеүек майҙансыҡтар ҙа эшләне.
Сарала Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә арналған майҙансыҡтар ҙа эшләне. Йола буйынса, “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” үткәреләсәк район хакимиәте алдан уҡ, урындағы халыҡтың мохтажлығынан сығып тар профилле белгестәр һорай. Бүздәк районында үткән асыҡ академияла онколог, репродуктолог, гинеколог, ҡан тамырҙары хирургы, гастроэнтеролог, дерматолог ҡабул итеү ойошторҙо. Табиптар төрлө йәштәге кешеләр өсөн 190 консультация үткәреп өлгөрҙө. Бынан тыш, “Сәләмәт йылмайыу биләмәһе”нең теш табиптары 32 баланы ҡараны, уларҙың 19-на дауалау үткәрҙе.