Бөгөн православ христиандары изге байрамын билдәләй

Пасха һәм Раштыуа менән бер рәттән мөһим һаналған байрам Ураҙа ваҡытына тура килә. Байрам көнөндә сиркәүгә барып, ғибәҙәт ҡылыу, изге теләктәр теләү йолаға ингән. Христандар өсөн ошо уңайҙан Благовещен ҡалаһында «Благофест» тип исемләнгән күләмле сара ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Сиркәүҙә артыҡ тауыш юҡ. Руханиҙар йортона килгән һәр береһе изге теләген бөйөк көскә еткерергә ашыға. Нәҡ ошо көндә уларҙың тормошҡа ашыуына ышаныс көслө. Халыҡ фекеренсә, был көндө нисек үткәреүҙән йылдың уңышлы үтеүе тора. Йорттағы мәшәҡәттәрҙе ҡалдырып тороу мөһим - сөнки мәнфәғәте булмаҫ. Шулай уҡ бурысҡа аҡса биреү, алыҫ юлға сығыу ҙа хупланмай.

Беҙҙең район да, ҡала ла, ғибәҙәтхана ла «Благовещен» атамаһын йөрөтә. Был, әлбиттә, осраҡлы түгел. Бөгөнгө ҡатмарлы заман шарттарында халыҡ сиркәүгә «благая весть», йәғни изге хәбәр артынан килә, бында көс туплай. Бөгөнгө ғибәҙәттә балалар күплеге шатландырҙы.

Сергей Катаев, Протоирей, Благовещен ҡалаһы ғибәҙәтханаһы башлығы

Йолаға ярашлы, ғибәҙәт ҡылыусылар һауаға изгелек ҡошо - күгәрсен осорҙо. Тарих күҙлегенән ҡарағанда, йола мәжүсилеккә барып тоташа. Ҡош электән тыныслыҡ билдәһе, юғары көс хәбәрсеһе һанала.

Изге байрам уңайынан ойошторолған «Благофест» сараһы республиканың бер нисә ҡалаһынан ҡунаҡтар йыйҙы. Фестиваль өсөнсөгә ойошторолоп, йылдан-йыл күләмен киңәйтә. Майҙанда ҡул эштәре оҫталары, аш-һыу күргәҙмәләре эшләне. Байрам көнөндә икмәк һәм перәник бешереү йолаһы бар. Һуңғыһын оҫталыҡ дәресендә бер төркөм пенсионерҙар биҙәне. Өлкән йәштәгеләр өсөн Благовещен ғибәҙәтханаһы - «Башҡорт оҙон ғүмерлеге» программаһы сиктәрендә ойошторолған сәйәхәттәге сираттағы туҡталыш.

Сара сиктәрендә уҙған ҡыңғыраусылар сығышы байрамдың иң матур өлөшөнә әүерелде. Сиркәү манараһынан яңғыраған көй тотош ҡалаға таралды. Ҡатнашыусылар араһында 12 йәшлек Никита ла бар. Үҫмерҙең оҫталығы тәжрибәле ҡыңғыраусыларҙыҡынан ҡалышмай. Был һөнәргә ул атаһынан өйрәнгән.

Һөнәр менән күптән түгел шөғөлләнәм. Был ҡатмарлы сәнғәт, сөнки унда ике ҡул да, аяҡ та эшләй. Ҡыңғырау биргәндә, эргәмә фәрештәләр осоп килгән кеүек хис итәм.

Никита Заболоцкий, сарала ҡатнашыусы

Фестиваль күңел асыу саралары менән тамамланды. Фестиваль киләһе йыл да ла үтер, тип көтөлә.

Рәзилә Ғиниәтуллина