Ҡытай быйыл "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының партнер-дәүләте була

Был турала форумдың программа комитеты ултырышында белдерелде. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева әйтеүенсә, Ҡытай менән хеҙмәттәшлек нығына, берҙәм проекттар булдырыу, яңы контракттар төҙөү мөмкинлеге ҡарала. Инвестиция һабантуйында Ҡытайҙың Хунань провинцияһынан ҙур делегация килеүе көтөлә. Ҡытай Башҡортостандан аҙыҡ-түлек алыу, фән өлкәһендә хеҙмәттәшлек, инвестиция проекттары менән ҡыҙыҡһына. "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй форумы 5-се тапҡыр уҙғарыла, быйыл ул Сибайҙа 2-3 июндә  үтә.