Фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй гран-при ярыштарының бер этабын Өфө ҡабул итә

Илдең фигуралы шыуыу федерацияһы генераль директоры Александр Коган шундай тәҡдим менән сыҡты. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы. - Башҡортостан спортсылар өсөн иң яҡшы шарттар булдырырға әҙер, - тине ул. Ярыштар быйыл көҙ ойошторола.