Ул мобилизация буйынса хеҙмәт иткән һәм Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставлов, Салауат Юлаев исемендәге батальон хәрбиҙәрҙәренә тәғәйенләнгән. Гуманитар миссия Берҙәм логистика үҙәгенән ҡуҙғалғайны. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Почетлы миссияға юлланыр алдынан ҡағиҙә булараҡ айырым инструктаж. Яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән хәрби частәргә, башҡорт ирекле батальондары хәрбиҙәренә оҙатылған 23-сө гуманитар ылау 30-ға яҡын машинан торҙо.
Уларға «Уаз», «Нива» машиналары, автомобиль арбалары, квадрокоптер, тепловизор, бәйләнеш саралары, генераторҙар тейәлгәйне. Бынан тыш, конвойҙа яугирҙарҙың туғандары һалған шәхси посылкалар ҙа бар.
Хәрбиҙәр өсөн Башҡортостандан мунса, аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр һәм дарыуҙар... Гуманитар ылауҙы туплауҙа төбәктең 12 муниципаль берәмеге ҡатнашҡан. Шул иҫәптән өс йөк машинаһы Ауырғазы районының ветерандар советы, һалдаттарҙың туғандары һәм блогерҙар тарафынан әҙерләнгән әйберҙәрҙән тора. Гуманитар конвойҙы район башлығы үҙе оҙатып барҙы.
Гуманитар ылауҙы оҙатыр алдынан үҙ эшен намыҫлы үтәгән водителдәр тәбрикләнгәйне. Уларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән рәхмәт хаттары тапшырылды. Үҙҙәрен һүҙҙә түгел, эштә күрһәткән тәжрибәле водителдәр был юлы ла аҙ һүҙле булып ҡалыуҙы хуп күрҙе.
Республика хәрбиҙәренә гуманитар ярҙам Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса күрһәтелә. Ул бер яугирҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Әлфинә Килдейәрова