Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында Бөтә донъя сәләмәтлек көнө уңайынан үҙенсәлекле акция уҙғарылды

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеп. Бөтә донъя сәләмәтлек көнөндә Рәсәйҙә көнкүреш тонометрҙары күрһәткестәре теүәллеген тикшереү буйынса акция уҙғарылды. Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ тарафынан ойошторолған сараға Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары ла ҡушылды.

Инженер-метрологтар граждандарҙы ҡабул итеп, улар килтергән тонометрҙарға бушлай диагностика үткәрҙе, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса кәңәштәр бирҙе. 2018 йылдан алып акция сиктәрендә 60 меңдән ашыу прибор тикшерелгән, яҡынса уларҙың 10 проценты файҙаланыуға яраҡһыҙ булыуы асыҡланған.