Өфөлә Салауат Низаметдиновтың иҫтәлегенә фестиваль ойошторолдо

Өфөлә күренекле композитор, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Низаметдиновтың иҫтәлегенә фестиваль ойошторолдо. Республика хадыҡ ижады үҙәгендә үткән сарала насар күргән һәм күреү һәләтен юғалҡан йырсылар, фольклор коллективтары, композиторҙың ижадын яҡын күргән артистар сығыш яһаны.

Салауат Әхмәҙи улы 2005-2009 йылдарҙа Башҡортостан композиторҙар союзын етәкләй. Ул республика музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, опера, хор әҫәрҙәре, романстар ижад иткән маэстро. Тамашасыға ул «Күҙҙәремә ҡара», «Күҙ нурым», «Аҡ ҡайындар» һәм башҡа үлемһеҙ йырҙары менән киң билдәле.