Өфөлә «Заман ата-әсәһе» Халыҡ-ара форумы асылды

Мәғариф өлкәһе белгестәрен һәм ата-әсәләрҙе берләштергән сара «Торатау» конгресс-холлында ике көн дауам итәсәк. Форум балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләү, ата-әсәләр менән педагогтар араһында бәйләнеште нығытыу, уртаҡ проблемаларҙы хәл итеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Сарала Санкт-Петербург, Силәбе, Мәскәү, Минск ҡалаларынан килгән тәжрибәле психологтар , педагогтар һәм башҡа эксперттар ҡатнаша.

Форумда балалар өсөн интеллектуаль уйындар, ижади оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ата-әсәләр өсөн лекция майҙансыҡтары, мәғлүмәти ярҙам бүлектәре эшләне. Форумдағы конкурс һәҙәмтәләре буйынса балаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сарала ҡаралған тәҡдимдәр буйынса мәғариф учреждениеларында файҙаланыу өсөн махсус йыйынтыҡ баҫтырылыр тип көтөлә.