Рәсәй Ауыл хужалығы министры төбәктәрҙә терәк ауылдарҙы һәм бәләкәй ҡалаларҙы үҫтереү буйынса стратегияны сентябрҙә ҡабул итәсәк. План сиктәрендә социаль, транспорт һәм инженерия инфраструктураларын камиллаштырыу ҡаралған. Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған объекттар менән Рәсәй Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Оксана Лут танышты. Төбәк өсөн тармаҡ үҫеш мөмкинлектәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Тәү сиратта Рәсәй Ауыл хужалығы министры беренсе урынбаҫары Оксана Лут «Башҡорт туңдырмаһы» компанияһы етештереү ҡеүәте менән танышты. Бында Башҡортостанда өҫтөнлөклө һаналған инвестиция проекты сиктәрендә цехтарҙы модернизациялауға, ике заманса етештереү линияларын ебәреүгә 900 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Эш дауам итәсәк.
Ә был Борай ауылындағы ярымфабрикаттар әҙерләү цехы. Предприятие цехтарында 25 ҡатын-ҡыҙ эшләй. Дөйөм һанға килгәндә, 50-нән ашыу кеше эш урыны менән тәьмин ителгән. Бер айҙа 8 тоннаға тиклем ярымфабрикат әҙерләнә.
Предприятиела 50-нән ашыу төр продукция етештерелә. Билмәндән башҡа, кәтлит, эремсек билмәне, сырниктар, ҡамыр ризыҡтары кеүек ярымфабрикаттар әҙерләнә. Сифат талаптары ҡәтғи, хәләл стандарттарына тура килә.
Продукция өсөн сеймалды хужалар үҙҙәре етештерә. Ярымфабрикаттар өсөн йылҡы, һыйыр, тауыҡ ите файҙаланыла. Предприятие бер нисә дәүләт программаһы сиктәрендә яңы этәргес алған. Юғары конкуренция шарттарында предприятие продукция ассортиментын киңәйтеүгә иғтибар бүлә.
Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры беренсе урынбаҫары Оксана Лут етештереү цехтары менән танышып, продукция төрлөлөгөн һәм сифатын юғары баһаланы. Дәүләт программаһы эшҡыуарҙарҙы ҡеүәтләүҙе генә күҙ уңында тотмай. Әйтәйек, Борай ауылында уның сиктәрендә физкультура-һауыҡтырыу комплексы барлыҡҡа килгән. Бында йөҙҙәрсә бала төрлө көрәш төрҙәре, художестволы гимнастика, футбол менән шөғөлләнә. Оксана Лут спорт комплексында ил кимәлендәге ГТО ярыштары финалын үткәрергә тәҡдим итте.
Ә бына Раевка ауылында «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә 375 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлгән. Быйыл асыласаҡ белем усағында заманса футбол һәм волейбол майҙансыҡтары, йүгереү юлдары бар. Ошондай уҡ объекттар оҙаҡламай Хәйбулла һәм Саҡмағош райондарында барлыҡҡа киләсәк. Ошо һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау, инженерия инфраструктураһы, юлдар мәсьәләһе эшлекле әңгәмәлә күтәрелде. Федераль чиновник терәк ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға иғтибар юғары буласағын белдерҙе.
Ауыл биләмәләрен үҫтереү, сәсеү кампанияһын үткәреү, Башҡортостан һәм федераль министрлыҡ менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре республика башлығы менән әңгәмәлә күтәрелде. Оксана Лут былтырғы рекордлы уңыш тураһында һөйләп, тауар һөтө етештереү күләмдәре артыуын билдәләне. Уны һүҙҙәре буйынса, Башҡортостан «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһында ҡатнашыусылар араһында алдынғы рәттә. Быйыл төбәккә 700 миллион һумдан ашыу матди ярҙам йүнәлтеләсәк.
Дәүләт программаһы сиктәрендә республикала 500-гә яҡын ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртыуға субсидия алған. 130-ҙан ашыу төҙөкләндереү проекттары тормошҡа ашырылған. Иң төп маҡсат - ауыл биләмәһендә ҡалалағыса шарттар булдырыу.
Рәзилә Ғиниәтуллина