Сираттағы конвой Бөйөк Еңеү көнөнә арнала. Йөк апрель аҙағында оҙатыла. Был эште йәрмәкәйҙәр Өфөнөң Киров районы хакимиәте менән берлектә ойошторған. Тауарҙар исемлеге 126 позициянан тора, аҙыҡ-түлектән алып «УАЗ» һәм ағас материалдарына тиклем. Урындағы халыҡ маскировка селтәрҙәре лә үрә.
Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында иң тәүҙә улар Туймазы ҡалаһына барған. Күрше төбәк ирекмәндәре был эшкә былтыр ноябрҙә үк тотонған. Әле Йәрмәкәйҙә ысын конвейер эшләй тиһәң бер ҙә хата булмаҫ. Ҡатын-ҡыҙҙар менән бер рәттән был эшкә ир-егеттәр ҙә әҙем ҡушылған.
Маскировка селтәрҙәрен үреүгә төбәктең күп кенә ауылдары йәлеп ителгән. Йәрмәкәй районының оператив йәмәғәт штабы етәксеһе Ынйы Шафиҡова әйтеүенсә, ирекмәндәрҙең хеҙмәттәшлеген халыҡ дипломатияһының иҫ киткес миҫалы тип атарға мөмкин. Унда йөҙҙәрсә кеше берҙәм эш - Еңеү өсөн берләшкән.