5 апрелдән Башҡортостан юлдарында ауыр йөк машиналары өсөн сикләүҙәр ғәмәлгә инде

Ай аҙағына тиклем ауырлыҡҡа етди контроль. 5 апрелдән Башҡортостан юлдарында сикләүҙәр ғәмәлгә инде. Улар башлыса ауыр йөк машиналарына ҡағыла. Республика әһәмиәтендәге юлдарҙан 10, муниципаль юлдарҙан 6 тонна йөк ташыу рөхсәт ителә. Сикләүҙәрҙең үтәлешенә БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин шаһит булды.

Муниципаль юлдан үткән автомобиль ауырлыҡ үлсәү пунктының камераһына эләккән. Яҙғы сикләүҙе иҫәпкә алмау һөҙөмтәһендә хәҙер водителгә ҙур ғына штраф янай. Һуңғы осорҙа Башҡортостандың юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге белгестәре ауырлыҡ контролен үтә алмаған мең 300-ҙән ашыу автомобилде теркәгән.

Башҡортостан юлдарында ауырлыҡ контроле, яҙғы һауа шарттарына бәйле көсәйтелде. Ирегән ҡар һыуҙарынан еүешләнгән асфальт тиҙерәк онталыусан тигән фекерҙә белгестәр. Автомобиль трассаларын һаҡлау маҡсатында республика һәм муниципаль юлдарында ауырлыҡ сикләүе индерелә.

2022 йылдың июненән Башҡортостан юлдарында ауырлыҡ контроле автоматик рәүештә башҡарыла. Асфальт өҫтөнә һалынған үлсәү ҡоролмалары мәғлүмәтте шундуҡ юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенә ебәрә. Ул яһалма интеллект ярҙамында эшкәртелеп, ҡарар сығарыла.

Яңауылдан водитель Марат Арыҫланов, яҙғы осорҙа ауыр йөк алырға тырышмай. Юлдарҙа онтамаҫ өсөн сикләүҙәрҙе үтәүҙең әһәмиәтен дә яҡшы аңлай. Юлдар ябылған осорға водитель алдан әҙерләнгән.

Сикләүҙәр 30 апрелгә тиклем ғәмәлдә. Әммә аҙыҡ-түлек, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары, дарыуҙар ташыусы транспорт, ауыл хужалығы, юл ремонтлау техникаһы һәм ғәҙәттәш тыш хеҙмәттәргә улар ҡағылмай. Был осорға йөк ташыусыларға рөхсәт юлларға мөмкин. Бының өсөн Росдормониторинг федераль ҡаҙна учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Рафиҡ Әхмәтшин