Өфөлә хоҡуҡ фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау өлөшөн рәсми асыу тантанаһы үтте

Өфөлә 267 уҡыусы хоҡуҡ фәне буйынса белемен һынай. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау өлөшөн рәсми асыу тантанаһы «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында үтте. Илдең төрлө мөйөштәренән йыйылған үҫмерҙәрҙе Рәсәйҙең мәғариф, Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министрҙары тәбрикләне.

Үҫмерҙәр алты көн дауамында үҙҙәренең әҙерлек кимәлен күрһәтәсәк. Олимпиада һынауҙары Башҡортостандың иң йәш юғары уҡыу йорто Өфө фән һәм технологиялар университетының хоҡуҡ инстититутында ойошторола. Еңеүселәрҙең һәм призерҙарҙың исеме 15 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында иғлан ителә.

Еңеүселәрҙең һәм призерҙарҙың исеме 15 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында иғлан ителә. Хоҡуҡ фәне буйынса Башҡортостан командаһы еңеүселәрен тап ошо көндә беләсәкбеҙ.

Илдар Мәүлетбирҙин, Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министры урынбаҫары

Уҡыусылар яҙма, телдән турҙарҙа күнегеүҙәр эшләйәсәк. Олимпиадала ҡатнашыусылар бер-нисә дөрөҫ вариант һайлап хоҡуҡ буйынса тест һорауҙарына яуап яҙасаҡ, кроссворд һәм мәсьәләләр сисәсәк, тарихи хоуҡуҡи акттар һәм документтар анализлаясаҡ. Телдән турҙа халыҡ алдында сығыш яһағас, үҫмерҙәр тиҫтерҙәре һәм жюри ағзалары һорауҙарына яуап бирәсәк.

Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә уҡытыусыларға лекциялар үткәреләсәк. Бынан тыш, Олимпиада хәрәкәтендә педагог-остаз квалификацияһын күтәреү курстары ойошторола.

Олимпиада хәрәкәтендә өсөнсө йыл ҡатнашам. Хоҡуҡ буйынса тәүге тапҡыр белемемде һанап ҡарарға булдым. Башҡортостан халҡы беҙҙе ошо матур ҡалала ҡолас йәйеп ҡаршы алды.

София Корчинская, хоҡуҡ фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы йомғаҡлау этабында ҡатнашыусы, Ҡырым Республикаһы