MediaHills мәғлүмәттәренә ярашлы, БСТ йәнә тәүге баҫҡысты биләне

Тикшереүҙәр Рәсәй субъектарында эшләүсе 76 төбәк телеканалы араһында алып барыла. 2022 йылдың декабренән мартҡа тиклемге һөҙөмтәләр буйынса иң күп аудитория Башҡортостан юлдаш телевидениеһына тура килә. Беҙҙе йәмғеһе 58,8 процент, йәғни ике миллиондан ашыу тамашасы ҡараған. БСТ-нан һуң 53 процент менән Силәбенең ОТВ каналы килһә, өсөнсө баҫҡысты Омскиҙың «12-се каналы» яулаған