Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса 44 район хужалыҡтары ҡырға сыҡҡан. -Быйыл ҡар ике аҙнаға иртәрәк иреп бөттө. Әле дым өсөн көрәш бара. Мөмкин булған урындар тырмала, ужым һәм үләнгә ашлама индерелә. Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Дәүләкән һәм Борай райондарында сәсеүгә төшкәндәр. 1 мең 600 гектарҙан ашыу баҫыу сәселгән. Быйыл яҙ 2 миллион 115 мең гектарҙа эштәр ҡаралған, - тип яҙа Радий Хәбиров.