15 йыл элек юлаевсылар үҙ тарихында беренсегә Рәсәй чемпионы исемен яулай

2008 йылдың 11 апрелендә хоккей буйынса Суперлига финалында “Салауат Юлаев” һәм Ярославлдән “Локомотив” командалары араһында бишенсе уйын уҙа. Унда Өфө хоккейсылары еңеү яулай һәм кубокка эйә була. Был трофей “Өфө-Арена”ла һаҡлана, сөнки юлаевсылар Суперлиганың аҙаҡҡы чемпиондары була. 2008 йылдың сентябренән яңы турнир – Континенталь хоккей лигаһы башлана.