Башҡортостан Башлығы бөгөн эш сәфәре менән Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһында. Радий Хәбиров социаль селтәрҙә видеояҙма менән уртаҡлашҡан. Республика етәксеһе әйтеүенсә, быйылдан таушалған юлдарҙы ремонтлау программаһы башлана. Сибай – Аҡъяр юлында ремонт 20 июндә старт ала, 2 йылда 60 километрҙар ашыу юл тәртипкә килтерелә.