Сибай-Аҡъяр юлында республика программаһы буйынса реконструкция эштәре башланды

Быйыл 25 километр араны капиталь ремонтлау күҙаллана. Проблемалы юлды төҙөкләндереү мәсьәләһе былтыр октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура эфир барышында күтәрелде. Хәйбулла районында йәшәүсе Салауат Абдуллиндың Сибай - Аҡъяр юлын ремонтлау буйынса мөрәжәғәтнамәһе яңғыраны. Башҡортостан Башлығы автомобиль юлын ремонтлау 2023 йылда башланасаҡ тип вәғәҙәләне.

Ҡар иреү менән бында күләмле эштәр башланды. Трассаның дөйөм оҙонлоғо 103 километр тәшкил итә, уларҙың яртыһы төҙөкләндереү талап итә. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғы буйлап эш сәфәре барышында юлды реконструкциялау барышы менән танышты. 15 июнгә асфальт-бетон заводы төҙөләсәк. Эш 2 йылға иҫәпләнгән, барлығы 60 километрҙан ашыу юл тәртипкә килтереләсәк.