«Сәләм» телеканалы республика район-ҡалалары телестудиялары хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар ойошторҙо

«Телевизион сәнғәт этаптары» тип аталған курста журналистар һәм операторҙар алдында тәжрибәле белгестәр сығыш яһай, муниципаль телевидение хеҙмәткәрҙәре өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Белемде камиллаштырыу, тамашасыларға сифатлы контент әҙерләү маҡсатында ойошторолған уҡыуҙарҙа барлығы 27 муниципаль телекомпания хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.

«Сәләм» телеканалы ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән, ул Башҡортостандағы муниципаль телестудияларҙы һаҡлау һәм уларҙы артабан үҫтереү маҡсатында 3 йыл элек ойошторолдо. Төбәк телестудияларына көн һайын прайм-таймда 5 сәғәтлек эфир ваҡыты бирелә. Тамашасылар иғтибарына Башҡортостан, Рәсәй һәм сит ил етештереүселәренең сифатлы контенты тәҡдим ителә. Телеканалдың программаһында барлыҡ ҡатламдарға - балаларға, йәштәргә, хужабикәләргә, өлкән быуын кешеләренә, ҡатын-ҡыҙҙарға, ир-егеттәргә тапшырыуҙар тәғәйенләнгән.