Унда ҡала мәктәптәре һәм Өфө яғыулыҡ -энергетика колледжының Баймаҡ филиалы командалары ҡатнашты. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.
Йәштәр КВН лигаһында ҡаланың 4-се лицейынан “Тик ҡыҙҙар” һәм “Тархан”, 3-сө мәктәптән “Еңмештәр” һәм Өфө яғыулыҡ энергетика колледжының Баймаҡ филианының “Ас” йыйылма командалары үҙ -ара көс һынашты. Баймаҡ ҡалаһында башҡорт КВН-ы тәүгә уҙғарылды.
Командалар бер нисә этапта һынау тотто : үҙҙәре менән таныштырҙы, ижади һәләттәрен, юмор аша тапҡырлыҡтарын күрһәтте. Уйын -көлкөгә ҡоролған ярышҡа барлыҡ егет һәм ҡыҙҙар ныҡлы әҙерлек менән килгән. 3 сө мәктәптән Айлина Баязитова һәм колледж студенты Вилдан Күлибаев «Иң оҫта роль башҡарыусы» номинацияһында еңеү яуланы.
Тәүге тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан,КВН уйыны үҙ маҡсатына иреште. Сара Тыуған телгә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү, башҡорт йәштәрен берләштереү йәһәтенән әһәмиәтле.
Альбина Байегетова