Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Төбәк башлығы билдәләүенсә, быйыл ҡар ғәҙәттәгенән ике аҙнаға иртәрәк ирене, әле дым өсөн көрәш бара. Хужалыҡтар ужым һәм күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарын ашлама менән туҡландыра. Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Мәләүез һәм Бүздәк райондарында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары сәселә.
Беҙҙең аграрийҙар 1 мең 600 гектар самаһы яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәскән. Быйылғы яҙғы сәсеү 2 миллиондан ашыу гектар майҙанда көтөлә, тип яҙған Башҡортостан башлығы.