Әбйәлил районы Ишҡол ауылы мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары конкурсҡа тиҫтәләп проект әҙерләгән. Улар араһында уҡыу бүлмәһендә һауа таҙартыу өсөн елләтеү системаһы ҡуйыу, музыкаль студия асыу, уҡыусылар өсөн ял зонаһын булдырыу кеүек тәҡдимдәр бар.
Уҡыусыларҙың бәйгелә еңеп сыҡҡан проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 40 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән. 2022 йылда уҡыусыларҙың пилот проекттары 20 муниципалитетта тормошҡа ашырылған.